-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2019, 11:52

“Фән” милли проектының аҙымдары ышаныслы

“Фән” милли проекты республикабыҙҙа ғалимдарға ҡытлыҡты бөтөрәсәк.

Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты, педагогия фәндәре докторы Әлфис Ғаязовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, “Фән” милли проекты республикабыҙҙа ғалимдарға ҡытлыҡты бөтөрәсәк. Бының өсөн учреждениеның ғилми-тикшеренеү базаһын яңыртыу һәм ғалимдарҙы комплекслы әҙерләү программаһы кәрәк.
Шул иғтибарға лайыҡ, илебеҙҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда төрлө милли проекттар араһында “Фән” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
– “Фән” милли проектын бойомға ашырыу өсөн өр яңы ғилми-тикшеренеү лабораторияһы төҙөү, фән менән шөғөлләнгән мәктәптәргә ярҙам итеү, шулай уҡ яҙмыштарын ғилми эштәргә арнағандарҙы дәртләндереү кеүек етди бурыстар ҡуйылған, – тип һөйләй Әлфис Суфиян улы.
“Фән” милли проекты сиктәрендә белем усағында “Инновацион альянс” тип аталған ғилми-белем үҙәген төҙөү буйынса эштәр алып барыла. Унда ғилми үҙәктәр, фәндәр академиялары, индустриаль партнерҙар һәм юғары уҡыу йорттары ҡатнаша.
Фото: rbtoday.ru
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас в