+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2019, 11:47

Башҡортостан мәктәптәренә 37 яңы автобус тапшырылды

Кисә республиканың 21 район һәм ҡалаһының 37 мәктәбенә өр-яңы автобус бирелде. Бәләкәй балаларға автобусҡа менеүе уңайлы булһын өсөн, махсус өҫтәмә баҫҡыс та, портфелдәрҙе ҡуйырға ҡоролма ла бар бындай яңы автобустарҙа.

Кисә республиканың 21 район һәм ҡалаһының 37 мәктәбенә өр-яңы автобус бирелде. Уларҙа балаларҙы йөрөтөү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған, заманса хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә: ялтырауыҡ маяҡтар, тахографтар, ГЛОНАСС системаһы ҡуйылған.
Бәләкәй балаларға автобусҡа менеүе уңайлы булһын өсөн, махсус өҫтәмә баҫҡыс та, портфелдәрҙе ҡуйырға ҡоролма ла бар бындай яңы автобустарҙа.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин: “Балаларҙы ҡурҡмайынса был автобустарға ултыртырға була. Һәр транспорттың салонында икешәр йылытыу ҡоролмаһы, һәр ултырғысҡа ҡайыштар ҡуйылған, ике ишек, ул һүндереү ҡоролмалары автобустың ике осонда ла ҡуйылған”.
Автобустарҙың был партияһы федераль аҡсаға һатып алынған. Башҡортостандың мәктәптәренә тағы 150 автобус алырға кәрәк. Бының өсөн 2020 йылға төбәк бюджетынан 115 млн һум бүленә.
Читайте нас: