+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2019, 12:04

Иң мөһиме – балалар һау булһын

Башҡортостандың төп балалар дауаханаһында капиталь ремонт тамамланды.

Башҡортостандың төп балалар дауаханаһында капиталь ремонт тамамланды.
Ҡышҡы каникулдарҙан һуң Республика балалар дауаханыһының хирургия корпусы ҡайтанан кескәйҙәрҙе һауыҡтырыу өсөн ишектәрен аса. Был корпус 1972 йылда төҙөлгән.
Баш табип Рөстәм Әхмәтшин әйтеүенсә, был ремонт эштәре бында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр өсөн дә, пациенттар өсөн дә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы, сөнки бинаны ремонтҡа япҡас, балаларҙы дауахананың башҡа бүлектәренә һалырға тура килде.
- Быға тиклем иҫкергән электр сымдары заманса ҡоролмаларҙың көсөргәнешенә тап килмәй, йыш ҡына аппараттар һүнә торғайны. Ә был күренеш янғын хәүефһеҙлеге күҙлегенән бик ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе бар ине. Айырыуса операция мәлендә ҡоролмаларҙың һүнеү ҡурҡынысы ныҡ киҫкен торҙо.
Хәҙер хирургия корпусы – алты ҡатлы 9 мең квадрат метрлыҡ бинаның фасады йылытылған, ике ҡатлы тәҙрәләр ҡуйылған, палаталарҙа - йылы. Элек бер ҡатта бер бәҙрәф булһа, хәҙер һәр палатала үҙенең йыуынғысы булған айырым бәҙрәф бүлмәһе бар.
Был эштәр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алып барыла.
Читайте нас: