+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2019, 19:57

Өфөлә иҫке төрки телен өйрәнеү курсы асыла

8 ғинуарҙа Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Иҫке төрки телен өйрәнеү курсы» проектын башлай.

8 ғинуарҙа Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Иҫке төрки телен өйрәнеү курсы» проектын башлай. Курсты китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире, филология фәндәре кандидаты Флүр Сибәғәтов алып бара.
Курсты асыу өсөн Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры, тарих фәндәре кандидаты Марат Зөлҡәрнәев саҡырылған.
«Иҫке төрки теле – революцияға тиклемге осорҙағы яҙма тел, ул шулай уҡ «Волга буйы төрки теле» тип йөрөтөлгән, уны башҡорттар, татарҙар һәм башҡа халыҡтар ҡулланған, — тине ойоштороусылар. — Билдәле булыуынса, революцияға тиклемге архивтар, шул иҫәптән ревизия документтары, иҫәп алыуҙар, генеалогия яҙмалары — иҫке төрки телендә».
Иҫке төрки телен өйрәнеү милләттәштәребеҙгә шәжәрә төҙөгән саҡта нәҫел яҙмаларын тикшереүҙә һәм өйрәнеүҙә ярҙамға итер, тип раҫлай ойоштороусылар.
Беренсе этапта 10 дәрес үткәреү күҙаллана. Дәрестәр Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегендә ойошторола (Өфө, Ленин урамы, 4, 1-се ҡат). Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.
Читайте нас: