+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2019, 20:00

Яңы йыл кәйефе алып килә “Аманат”тың аҡъюлай һаны!

Әле лә һеҙҙең йортоғоҙҙа Яңы йыл кәйефе юҡмы ни? Борсолмағыҙ, тиҙҙән “Аманат”тың аҡъюлай һаны килеп етер һәм мөғжизәле, тылсымлы байрам иленә һеҙҙе алып инер!

Әле лә һеҙҙең йортоғоҙҙа Яңы йыл кәйефе юҡмы ни? Борсолмағыҙ, тиҙҙән “Аманат”тың аҡъюлай һаны килеп етер һәм мөғжизәле, тылсымлы байрам иленә һеҙҙе алып инер!
Ысынлап та, әле генә донъя күргән һанда ниҙәр бар икән? Әйҙәгеҙ, булмаһа, күҙ йүгертеп алайыҡ.
“Аманат”тың тышында ихлас йылмайып ике ҡыҙ һәм егет беҙгә баҡҡан. Кемдәр улар, тиһегеҙме? Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатының уҡыу алдынғылары, гимназияның президенты Азамат Зарипов, вице-президенттар Гөлшат Ғиззәтуллина менән Зөләйха Хафизова улар. Ғариповсылар журналды уҡыусыларға уңыштар, ҡотло Яңы йыл, бәхетле киләсәк һәм һөйөү-мөхәббәт теләй. Ә улар уҡыған белем усағы тураһында журналдың 14-се битендә уҡырһығыҙ.
Әлбиттә, йыл аҙағында иң-иң әүҙем уҡыусыларыбыҙҙы ла ҡотлап үтәбеҙ. Кемдәр ул беҙҙең быйылғы йәш хәбәрселәребеҙ? Ә “Аманат” журналының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты исемен кемдәр яуланы икән? “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр, “игеҙәктәр- ғаиләлә биҙәктәр” конкурстары, “Мин донъяны һүрәтләйем” һүрәттәр конкурсы, “Күҙ менән ҡаш араһы” фотоконкурсы еңеүселәре тураһында тап һыуығай һанында белерһегеҙ. Аҡъюлай һылыуы титулын был юлы Ғафури районы ҡыҙы яуланы. Исеме нисек – “Аманат”ты алдырған тиҙҙән белер!
Шиғыр, инша, әкиәт яҙыусылар араһында был юлы Бөрйәндәргә етеүсе булманы. Уларҙың әҫәрҙәре Яңы йыл кәйефе менән һуғарылған, шул тиклем күңелгә ятып тора!
Ҡыш бабай, ҡарһылыу, йыл хужаһы – сысҡан тураһындағы башҡа бер ерҙә лә яҙылмаған иҫ киткес ҡыҙыҡлы факттар тураһында ла тап “Аманат”ты уҡып хәбәрҙар булырһығыҙ. Ни өсөн ҡыш бабайҙы һаран бай тип йөрөтәләр, ни өсөн сысҡан иң өлгөр хайуан булып иҫәпләнә, ә бына Яңы йыл табынына нисек итеп сысҡанды алып килеп ултыртырға – был һорауҙарға ла беҙ яуаптарҙы журнал биттәренә “йәшерҙек”! Ә рәссамыбыҙ Ләйлә Ғаянова төшөргән комикс һеҙгә бөтәгеҙгә лә оҡшаясаҡ, сөнки ул мажаралы ғына түгел, тылсымлы ла!
Кем ул Әминә Шафиҡова? Юҡ, һүҙ мәҙәниәт министры тураһында түгел, Өфөлә йәшәүсе Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты, Фатима Мостафина исемендәге 20-се гимназияһы уҡыусыһы тураһында ул. Нисек итеп теләгән һәр уҡыусыға Башлыҡ стипендиаты булырға, уның өсөн ниҙәр эшләргә кәрәклеге тураһында Әминә менән әңгәмәлә “Аманат”тың 22-се битендә уҡырһығыҙ. Әйткәндәй, һылыу шул тиклем актриса, бейеүсе София Бутеллоға оҡшаған!
Башҡорт халҡы составында ҡырҡтан ашыу ырыу билдәле. Борон башҡорттар ят кеше менән танышҡанда тәүҙә: “Һин ҡайһы ырыуҙан? – тип һораған. “Башҡорт тарихы” рубрикаһында был юлы һүҙебеҙ бик боронғо замандан Төньяҡ-көнбайыш Башҡортостанды төйәк иткән данлы аҫаба башҡорт ырыуҙарының береһе – Йылан ырыуы тураһында һүҙ бара. Борай, Дүртөйлө, Илеш, Йәрмәкәй, Саҡмағош, Туймазы, Шаран һәм Яңауыл райондарында, шулай уҡ Татарстандың Баулы районында йәшәүселәр! Белеп ҡуйығыҙ: һеҙ – Йылан ырыуынан!
Рәзилә Ырыҫҡужина апайығыҙҙың “Моң фантастик хикәйәһенең нисек итеп тамамланыуын да түҙемһеҙләнеп көтәһегеҙҙер инде. Ишғәле атлы егет айҙы ҡотҡарырмы? Шүрәлеләр уны ҡытыҡлап үлтермәҫме? Былар хаҡында һеҙ тиҙҙән журналды ҡулға алғас белерһегеҙ.
“Мажаралы бала саҡ” конкурсына Фәрит Әхмәров үҙенең нисек итеп май айында һыу инеүе, аҙаҡ шуның өсөн атаһынан шыйтыҡ сыбыҡ эләктереүен бик мауыҡтырғыс итеп яҙған. Дуҫтар, һеҙ ҙә был конкурстан ситтә ҡалмағыҙ. Ололар ҙа ҡатнаша ала – теләк кенә булһын!
Дуҫтар, ә һеҙ телефонда оҙаҡ ултыраһығыҙмы? Ә телефондың ниндәй сәбәптәр арҡаһында ҡыҙып китеүе тураһында беләһегеҙме? Ул йыш ҡына шартлап та ҡуя икән. Рәзил Бикбулатов ағайығыҙ смартфондарҙың “көсһөҙ” яғы тураһында бик ентекләп яҙған. Был мәҡәлә, моғайын, телефондарының “зарядник”тарын йыш алмаштырғандарға фәһемле булыр.
Ағайығыҙҙың тағы ла уйын манияһы тураһындағы мәҡәләһе лә һеҙҙе уйға һалыр, моғайын... “Ашыҡ уйнаған – аҙыр” тип атаған ул уны. Нисек итеп телефонынан айырыла алмаған балаларҙың психик яҡтан ауырыуға әйләнеүе тураһында бәйән итә ул. Сәләмәт булғығыҙ киләме? Әйҙәгеҙ, ата-әсәйҙәребеҙ уйнаған “Ун ике таяҡ” уйынын уйнайыҡ! Уның шарттары журналыбыҙҙа баҫылып сыҡты.
“Этме тиһәм, егет икән?!”... “Мәңгелек сер” рубрикаһына ошондай башһүҙле хаттар ҙа килә ул! Исемен “Серле Йондоҙ” тип билдәләгән һылыу мөхәббәт тарихын яҙған.
Ошо урында беҙ сер һандығын ябып торайыҡ. Тиҙҙән һеҙ үҙегеҙ ҙә журналды ҡулығыҙға алып, бер тында йотлоғоп уҡып сығырһығыҙ. Ә кемдәр “Аманат”ҡа 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылып өлгөрмәгән – уларға 15 ғинуарға тиклем почта бүлексәләренә барып, йәки беҙҙең сайттағы иң аҫтағы йәшел генә “подписаться” тигән төймәгә баҫып, онлайн яҙылып ҡуйығыҙ. 6 айға яҙылыу хаҡы – 350 һум 28 тин, бер йылға – 629 һум 40 тин.
Читайте нас: