-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Декабрь 2019, 11:45

Милли проект: башҡорт менән ҡырғыҙ араһы тағы ла яҡынайҙы

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы, Бишкәктә Башҡортостандың сауҙа йорто асылды.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы, Бишкәктә Башҡортостандың сауҙа йорто асылды.
Коммерцияға ҡарамаған ойошма, ике республиканың хөкүмәттәре ярҙамына таянып, башҡорт һәм ҡырғыҙ эшҡыуарҙарының башланғысы менән булдырылды.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ойошма идаралығының йәмәғәт башланғысындағы рәйесе итеп Ҡырғыҙ Республикаһынан Кочконбай Майлубашов билдәләнгән.
Сауҙа йорто эшмәкәрлеге ике республика араһындағы сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә, уларҙа башҡорт ризыҡтарын күбәйтеүгә йүнәлтеләсәк, бизнес-турҙар ойоштороуға, берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерәсәк тип күҙаллана.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукциялары экспорты”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт үҫешенең системалы саралары”.
Фото: glavarb.ru
Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас в