+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2019, 13:30

Өфөлә яңы йыл төнөндә бер юлы ике майҙансыҡта байрам салюты була

Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын яңы йыл төнөндә бер юлы ике байрам салюты көтә.

Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын яңы йыл төнөндә бер юлы ике байрам салюты көтә. Ғәҙәттәгесә, беренсе салют Ленин исемендәге майҙанда була. Эстрада-күңел асыу программаһы 31 декабрҙә киске сәғәт 10-да башлана һәм 1 ғинуарға төнгө сәғәт 2-гә тиклем дауам итә. Байрам яңы йыл фейерверкы менән тамамлана.

Бөгөн Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Өлфәт Мостафин ҡаланың төньяҡ өлөшөндә – «Мотор эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдында байрам салютын үткәрергә ҡушты. Ул төнгө сәғәт 2-лә башлана.

Алдан хәбәр ителгәнсә, яңы йыл каникулдары осоронда Башҡортостанда төрлө саралар уҙғарыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, был көндәрҙә яңы йыл тамашаларынан тыш, төрлө спорт, мәҙәни саралар ойошторола. Сараларҙың дөйөм девизы: «Башҡортостан — спорт, туризм, мәҙәниәт һәм сәләмәтлек биләмәһе».

«Яңы йыл календары-2020» менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин:

Читайте нас: