+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2019, 13:21

Милли проект һанлы белем биреү мөхитен яҡшырта

Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылындағы 2-се мәктәпкә октябрь-декабрь айҙары дауамында заман талаптарына яуап биргән ҡорамалдар урынлаштырылған.

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған “Һанлы белем биреү мөхите” проектына ярашлы, Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылындағы 2-се мәктәпкә октябрь-декабрь айҙары дауамында заман талаптарына яуап биргән ҡорамалдар урынлаштырылған.
Өлкән класс уҡыусылары замана техникаһының мөмкинлектәрен бик теләп өйрәнә һәм үҙләштерә. Улар информатика уҡытыусыһы, мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Н.Ю. Копылова етәкселегендә “Кругозор” тип аталған мәктәп гәзите сығара, “Мәктәп яңылыҡтары” видеоролигын әҙерләй. Күптән түгел мәғариф ойошмалары етәкселәре ҡатнашлығында үткән семинарҙа улар “Фото һәм видеокамера объективында – үҙенсәлекле донъя” тигән оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, тәүге уңыштары, һөҙөмтәләре менән уртаҡлашҡан.
Уҡыусыларҙың яңы мәғлүмәт технологияларын үҙәштереү тиҙлеге, фото- һәм видеоматериалдар менән эшләү оҫталығы күптәрҙә һоҡланыу уятҡан. Киләсәктә Ермолаевка уҡыусылары был йүнәлештәге белемен, таһыллығын тағы ла камиллаштырып, милли проект асҡан мөмкинлектәр менән киңерәк файҙаланырға иҫәп тота.
Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәтенән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: