+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2019, 13:15

Владимир Путин хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырҙы

Әлеге ваҡытта минималь күләм - 11280 һум. Башҡортостанда иһә Урал коофициенты тағы ла бар.

Әлеге ваҡытта минималь күләм - 11280 һум. Башҡортостанда иһә урал коофициенты тағы ла бар.
Ул дөйөм күләмдән 15 процент тәшҡил итә. Рәсәй президенты 2020 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен айына 12130 һум тип билдәләгән законға ҡул ҡуйҙы. Урал коофициентын өҫтәһәң 13949.5 һум булмаҡсы. Минималь хеҙмәт хаҡы 977 һумға арта.
Был эш хаҡының, төрлө компенсацияларҙың һәм социаль түләүҙәрҙең артыуына килтерә. Атап әйткәндә, МРОТ күләме ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын түләүгә, йөклөлөк һәм бала ҡарау буйынса пособие күләменә йоғонто яһай.
Документ шәмбе рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.
Читайте нас: