+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ғинуар 2020, 15:27

Балағыҙ артыҡмы әллә?

Нимә сыҡһа, шул Салауаттан сыға. Бында хәүефле ҡышҡы уйындар уйнайҙар икән.

Нимә сыҡһа, шул Салауаттан сыға. Бында хәүефле ҡышҡы уйындар уйнайҙар икән. Кем менәнме? Ғәзиз балалары менән... Был туралағы видеояҙма ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә баҫылды. Кадрҙа – еңел автомобиль, уға тюбинг бәйләнгән. Күп тә үтмәй, уға бала ултыра, һәм водитель юлға сыға. Был хәл әллә ҡайҙа урманда түгел, ә машиналар йөрөп ятҡан ҡала урамында бара. Видеояҙманы төшөргән кеше белдереүенсә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бала бер нисә мәртәбә саҡ эргәһенән үтеп барған машина аҫтына инеп китмәгән. Был яңылыҡтан интернет саҡ "шартламаны": бөтә халыҡ водителде әрләй. Нисек инде баланың хәүефһеҙлеге тураһында уйламай юлға сығырға мөмкин? Был баланың күңелен асырға теләүме, әллә бөтөнләй уйламай эш итеүме? Ҡайһы берәүҙәр ошондай күренешкә тап булғандарға шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итергә кәңәш итә.
Видеонан скриншот: "Бәйләнештә". Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: