+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ғинуар 2020, 14:25

Сабыйҙар тыуа, шатлыҡ арта!

2020 йылдың тәүге көнөндә йәмғеһе 54 сабый тыуған.

Яңы йылдың тәүге минутында уҡ Башҡортостанда йылдың тәүге сабыйы - ҡыҙ бала тыуҙы!
Ә 1 ғинуар, иртәнге 8.56 сәғәттә Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһының бала табыу йортонда тәүге игеҙәктәр - ике малай донъяға килде. 2020 йылдың тәүге көнөндә йәмғеһе 54 сабый тыуған. Тимәк, Яңы йыл байрамы күптәр өсөн киләсәктә ғаилә байрамы ла буласаҡ! Төклө аяғығыҙ менән, бәпәйҙәр! Яҡты донъя һеҙгә һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге бүләк итһен!
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: