+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ғинуар 2020, 21:16

Йән башына килемең 20 мең 868 һумдан артмаһа, ғариза яҙ!

2020 йылдың 1 ғинуарынан 2017 йылдың 31 ғинуарынан һуң тыуған өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар өсөн өс йәшкә тиклемге айлыҡ түләүҙәр тәртибе үҙгәрә.

2020 йылдың 1 ғинуарынан 2017 йылдың 31 ғинуарынан һуң тыуған өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар өсөн өс йәшкә тиклемге айлыҡ түләүҙәр тәртибе үҙгәрә. ”Демография” милли проектына ярашлы, ишле ғаиләләргә социаль ярҙам саралары көсәйтелә. Түләү тәғәйенләү өсөн ғаиләнең йән башына килгән уртаса килеме ике йәшәү минимумы дәүмәленә тиклем арттырыла. Беҙҙең республикала йәшәүсе хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр өсөн был сумма 10 434 һумға тиң. Социаль ярҙамдың был төрөнә хоҡуҡтан йән башына тура килгән уртаса килем 20 мең 868 һумдан артмаған осраҡта (хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ өсөн икеләтелгән йәшәү минимумы дәүмәле) һәр ишле ғаилә файҙалана ала. Мәҫәлән, биш кешенән торған ғаилә өсөн айлыҡ килем 104 мең 340 һумдан артмаҫҡа тейеш. Түләүҙәр дәүмәле элеккесә – 8 мең 993 һум.
Фото:Virtualbrest.by
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: