+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ғинуар 2020, 13:36

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада бара

9-11 ғинуарҙа баш ҡаланың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиаданың йомғаҡлау этабы уҙа. Был мәртәбәле бәйгелә республиканан һәм күрше өлкәләрҙән бөтәһе 466 8-11 синыф уҡыусыһы ҡатнаша.

Быйыл олимиадала ҡатнашыусылар бөтәһе 3 турҙа һынау тота. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр беренсе турҙа бирелгән темаларҙың береһенә инша яҙа, уҡыу программаһына ярашлы викторина һорауҙарына яуап бирә, ә 3-сө турҙа башҡорт теленең ҡулланылыу даирәһен киңәйтеүгә, башҡорт телендә аралашыуҙы заманса һәм модалы итеүгә йүнәлтелгән ижади проект эше башҡарыу һәм уны жюри ағзалары алдында яҡлай. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусылар, шулай сит өлкәләрҙә уны өйрәнеүселәр өсөн олимпиада турҙары һөйләү телмәре кимәлен тикшереүгә йүнәлтелә, диалог ҡороу ойошторола, шулай уҡ был категория ҡатнашыусыларына текст буйынса лексик-грамматик бирем үтәргә тура киләсәк.
Уҡыусыларға барыһына ла уңыштар, олимпиада эштәрен еңел тапшырып, еңеүгә өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ!
Читайте нас: