Йоматау шифаханаһы ҡасабаһында һигеҙ етем һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаилә «Торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт компанияһы төҙөгән яңы йорттан фатир алды. Ике подъезлы дүрт ҡатлы йорт 2019 йылдың ноябрендә сафҡа индерелде. Фатирҙарҙа әҙер ремонт эшләнгән, сантехника ҡуйылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан. Яңы өй туйлаусыларға асҡыстар байрам алдынан тапшырылды – Яңы йылды улар үҙҙәренең фатирында ҡаршы алды.