Ул 1924 йылдың 22 апрелендә Ишембай районы Ҡарайған ауылында тыуған. СССР-ҙың, Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары, «1941-1945 йылдарҙағы һуғышта Германияны еңгән өсөн», «Белоруссияны азат иткән өсөн», «Варшава ҡалаһын азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн» һәм башҡабик күп миҙалдар менән наградланған.
Туҡтауһыҙ ҡурғаш ямғыры аҫтында илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән ҡаһарман яугир Рамаҙан Ҡотошов, ошоғаса республика матбуғаты менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеп, радио һәм телевидениела даими сығыш яһай ине. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан Китап нәшриәтендә эшләне. Әҙәби эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнеп, һигеҙ китап, шул иҫәптән "Зенитчик"тар романы авторы.
Уның күргәндәре – үҙе бер тарих, ә ғүмере бер быуатҡа торошло. Хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә арнап, “Аманат” журналында (№ 6 – 2019 йыл) баҫылған уның бала саҡ хәтирәләрен уҡыусыларыбыҙға тәҡдим итәбеҙ. Йәнең йәннәттә булһын, батыр йөрәкле яугир, хөрмәтле ҡәләмдәшебеҙ!