Бөгөнгө төн - иң серле, мистик төндәрҙең береһе булмаҡсы. Сөнки бөгөн, йәғни йоманан шәмбегә ҡарай төндә Ай тотолоуын күҙәтергә мөмкин. Сәғәт нисәлә был мөғжизәне күрербеҙ һуң?
Өфө планетарийы белгестәре хәбәр итеүенсә, бөгөн Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 22:07 Ай тотола башлай, 00:11 сәғәттә ул 90%-ҡаса Ер күләгәһенең яртыһына ғына инә. Дүрт сәғәт тә биш минутлыҡ йыһан тамашаһы 02:12 сәғәттә тамамлана - Ай Ер күләгәһенән сыға. Ай тулыһынса тотолмаясаҡ, уның ни бары 0,9 өлөшө генә ҡараңғылана, шуға уның яҡтылығы кәмемәй. Был күренеште илдең бөтөн төбәктәрендә лә күҙәтергә мөмкин.