Байрам көндәре төрлө райондарҙа йәшәгән, унда ҡунаҡҡа килгән һәммәһенең күңелендә оҙаҡҡа уйылып ҡаласаҡ, сөнки мәҙәниәт йорттары "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы бай йөкмәткеле, сағыу программа буйынса эш итте.Һеҙ һүрәттә күргән Быйма байрамы нәҡ шул программанан. Бөрйән районы Ҡурғашлы ауылы ошо көндәрҙә башҡа күп саралар менән бер рәттән Быйма байрамында ҡатнашты. Балалар менән бер рәттән байрамға әсәйҙәр ҙә быйма биҙәп сыҡҡан ине. Ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Илүзә Исмәғилева улар араһында ярыштар ойошторҙо. Балалар кемуҙарҙан быймаға бағышлап маҡтау һүҙҙәре әйтеп көс һынашты.Байрам урамда ҡуйылған шыршы тирәләй бейеүҙәр, һырғалаҡ шыуыу менән тамамланды, ә быймаларын төрлөләндереп биҙәүселәр бүләктәр алып ҡыуанды. Бынан тыш, ауыл мәзәниәт йортонан көндөҙ ҙә, кисен дә кеше өҙөлмәне. Сараларҙың төрлөһө бар ине - балалар өсөн "Мультпарад", "Белермәндәр" кеүек ҡыҙыҡлы уйындар теҙмәһе, бейеүҙәр булһа, йәштәр өсөн "Йәшәү матур ерҙә" кисәһе ойошторолдо, "Йырлаоке" исеме аҫтында күмәкләп караоке ла башҡарҙылар. Олораҡ быуын да кинәнде - махсус улар өсөн 80-се, 90-сы йылдар дискотекаһы, урамда "Күрше хаҡы - тәңре хаҡы" байрамы үтте. Һуңғыһында Ҡурғашлы ауылы халҡы тышта самауыр сәйе эсте, бер-береһе менән аралашты, уйындар уйнаны, хатта тау шыуҙы. Ҡышҡы көндәр алда әле оҙаҡ - Яңы йыл байрамдарынан ҡалған йылы хәтирәләр яҙ сыҡҡансы олоһоноң да, кесеһенең дә күңелдәрен берҙәй йылытыр әле.