Әлеге ваҡытта никотинлы тауарҙы Башҡортостан Республикаһының гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә лабораторияға тикшереүгә ебәргәндәр. Белгестәр "снюс"та ҡара һәм аҡ ҡурғаш, никель, тимер, мышаяҡ, кадмий, терегөмөш кеүек ағыулы матдәләр бармы-юҡмы икәнлеген тикшерәсәк. Һөҙөмтәләр ошо арала билдәле буласаҡ.