-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2020, 14:21

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы конкурсында ҡатнашырға ғариза яҙ

10 ғинуарҙа «Ауыл уҡытыусыһы» программаһының конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды.

10 ғинуарҙа «Ауыл уҡытыусыһы» программаһының конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды. Ғаризаларҙы федераль программаның рәсми сәхифәһендә ҡалдырырға мөмкин. Ғариза биргәндән һуң дәғүәселәрҙең документтары түбәндәге адрестарға ебәрелә:

1) нотариус раҫлаған күсермәләр электрон төрҙә [email protected] адресына;

2) ҡағыҙҙағыһы — Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120-се йорт, 205-се бүлмә адресы буйынса төбәк операторына (Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты).

Ғаризаларҙы 2020 йылдың 10 ғинуарынан 15 апреленә тиклем ебәрергә кәрәк, тип хәбәр итә республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Программаға индерелгән вакансияларҙың тулы исемлеге менән бында танышырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың февралендә Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә ғәмәлдәге «Ауыл табибы» программаһы буйынса ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға эшкә ҡайтҡан уҡытыусылар өсөн «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын ғәмәлгә ашырырға тәҡдим итте.

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы сиктәрендә ауыл уҡытыусылары өсөн федераль аҡсаға 55 йәшкәсә педагогтар дәғүә итә ала. Программа балалар баҡсалары тәрбиәселәренә, шулай уҡ, уҡытыусыларҙан тыш, башҡа педагогик хеҙмәткәрҙәргә ҡағылмай.

Шуның менән бергә педагогик хеҙмәткәрҙәр вазифалары исемлегенә, уҡытыусынан тыш, тәрбиәсе, хеҙмәт буйынса инструктор, физик культура буйынса инструктор, концертмейстер, логопед, методист, музыкаль етәксе, өҫтәмә белем биреү педагогы, педагог-китапханасы, педагог-психолог, социаль педагог, тренер-уҡытыусы инә.

Фото: Рәзил Бикбулатов. Ҡырғыҙ-Миәкә мәктәбе

Читайте нас: