-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ғинуар 2020, 01:05

Радий Хәбиров Башҡортостан башлығының мәғариф өлкәһендәге гранттарын булдырҙы

2020 йылдан Башҡортостанда дөйөм суммаһы 20 миллион һумға «белем биреү эшмәкәрлегендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн» 1 миллион һумлыҡ 20 грант булдырыла.

2020 йылдан Башҡортостанда дөйөм суммаһы 20 миллион һумға «белем биреү эшмәкәрлегендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн» 1 миллион һумлыҡ 20 грант булдырыла.
Улар һәр уҡыу йылы аҙағында республиканың иң яҡшы 10 ҡала һәм 10 ауыл белем биреү ойошмаһына тапшырыла. Радий Хәбиров Башҡортостан етәксеһенең ошо өлкәләге гранттары тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Документта конкурс һайлап алыуы хаҡында положение ла раҫланды. Атап әйткәндә, унда мәктәптәрҙең белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеү һөҙөмтәлелеген баһалау критерийҙары бар.
Гранттар биреү тәртибен билдәләү республика хөкүмәтенә йөкмәтелде.
Читайте нас в