“Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһына Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбенең 4-се синыф уҡыусылары ҡушылды. Улар йыл һайын акцияла әүҙем ҡатнаша. Быйыл 3-сө тапҡыр дәррәү генә итеп журналға яҙылып ҡуйған.
Дуҫ, татыу дүртенселәргә “Аманат”тың Маҡтау билдәһе, ә синыф етәксеһе Ләйсән Сәйфитдиноваға Рәхмәт кәлимәһе тапшырыла. Афарин!
Дуҫтар! “Аманат”ҡа яҙылыу бер ҡасан да һуң түгел. 20 ғинуарға тиклем почта бүлексәләренә барып, йәки беҙҙең сайттағы иң аҫтағы йәшел генә “подписаться” тигән төймәгә баҫып, онлайн яҙылып ҡуйһағыҙ, журнал һеҙгә февраль айынан килә башлар.
5 айға яҙылыу хаҡы – 291 һум 40 тин, бер йылға – 629 һум 40 тин.