11 ғинуарҙа Кремлдә Владимир Путин менән Германияның Федераль канцлеры Ангела Меркель осрашты.
Ил башлыҡтары ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһында әңгәмә ҡорҙо, Яҡын Көнсығышта барған көсөргәнешле хәлдәр, көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләште.
Путин менән Меркель осрашыу аҙағында киң матбуғат сараларына мөрәжәғәттәрен еткерҙе, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.