Журналыбыҙҙың әүҙем уҡыусыһы, Йылайыр районының Йылайыр ауылының Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Зарема Таһирова “Аманат” журналына бер йылға яҙылып та ҡуйған. Шулай уҡ ул Матрай ауылындағы балалар приютына ла Яңы йыл бүләге итеп ярты йыллыҡ подписка бүләк иткән. Бына исмаһам бүләк!
“Әсәйем менән икебеҙ барҙыҡ приютҡа. Күстәнәстәр, “Аманат” журналын алып барҙыҡ. Унда мин балаларға үҙем яҙған әкиәтемде уҡып ишеттерҙем, бейеү менән сығыш яһаным, журнал тураһында һөйләнем. Журналдың баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин ағай 2018 йылда беҙҙең районға килгәндә беҙгә журналды уҡырға, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырға, шиғырҙар, иншалар яҙып, һүрәттәр ебәрергә, ҡалған тиҫтерҙәрҙе баҫма менән таныштырырға ҡушҡайны. Әсәйем менән ҡайҙа булһаҡ та шулай итеп “Аманат” тураһында мәғлүмәт биреп йөрөйбөҙ. Үткән йыл синыф менән дә беҙ журналға дәррәү генә итеп яҙылдыҡ. Сөнки беҙ “Аманат”ты яратабыҙ!” – ти Зарема.
Афарин, Зарема! Йөрәгең саф, мәрхәмәтле һинең. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ, әүҙем бул, йәме!? Изгелек ерҙә ятып ҡалмай ул, үҙеңә унлата, йөҙләтә артып ҡайтыр, тип ышанабыҙ.