+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2020, 13:08

Тылсымсылар тураһындағы фильм экранға кире ҡайта

Гәрәй батыр кем ул беләһеңме? Гарри Поттер бит ул! Тиҙҙән экранға тылсымсы үҫмерҙәр тураһында сираттағы фильм сығасаҡ, тиҙәр. Ысынмы икән?

Тиҙҙән зәңгәр экранға Гарри Поттер тураһында фильмдарҙың дауамы сығарыласаҡ. Төшөрөләсәк кинокартинала ваҡиғалар "Гарри Поттер и дары смерти" фильмының икенсе өлөшөндә булған хәлдәрҙән һуң 20 йыл үткән мәл һүрәтләнә.
Ваҡиғалар төп геройҙар - Альбус Северус Поттер, Гарри Поттерҙың кесе улы һәм атаһын терелтергә маташыусы ҡыҙ - Волан-де-Морттың ҡыҙы тирәһендә ҡайнай. Әлегә аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ, шулай ҙа Көнбайыш кинематографтары буласаҡ фильмды Гарри Поттер тураһында китаптар авторы Джоан Роулинг үҙе төшөрә икән, тигән хәбәр тарата.
Читайте нас: