+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2020, 11:33

Владимир Путин Мөрәжәғәтнамә буйынса сираттағы кәңәшмә үткәрҙе

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, иртәгә Президент Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, иртәгә Президент Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Беләһегеҙҙер, моғайын, беҙҙең ил башлығы был сараға бик етди әҙерләнә. Нисәмә йыл буйына үҙегеҙ шаһит булдығыҙ, Мөрәжәғәтнамәләрҙә ҙур-ҙур пландар ҡорола, аныҡ бурыстар йөкмәтелә, бөйөк маҡсаттар билдәләнә. Был юлы ла шулай буласаҡ, әлбиттә. Президент сығышҡа әҙерләнә башлағанда уҡ әйтте: ярлылыҡты бөтөрөү буйынса бурыс-эштәргә ҙур иғтибар биреләсәк. Ни тиһәң дә, Рәсәйҙә әҙ килемлеләр күп. Уларға ниндәй саралар менән ярҙам итергә була? Владимир Путин кәңәшмәгә береһенән-береһе яуаплы вазифа башҡарған дәүләт әһелдәрен йыйҙы. Президент Хакимиәте Етәксеһе Антон Вайно, уның беренсе урынбаҫарҙары Алексей Громов менән Сергей Кириенко, беренсе вице-премьер - финанс министры Антон Силуанов, вице-премьер Татьяна Голикова, Президент ярҙамсыһы Андрей Белоусов, иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин, Мәскәү мэры Сергей Собянин, Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишустин - бергә йыйылып, Мөрәжәғәтнамә тексы буйынса фекер алышты, маҡсаттарға өлгәшеү өсөн эш механизмдарын барланы. Шулай итеп, иртәгә Президент Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Тыңларға, ҡарарға онотмағыҙ!
Фото: Кремлин.ру.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: