+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 22:31

"Эх, күңелле каникул!" видеоконкурсы еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!

Ҡышҡы каникулдар гөрләп үтте лә китте, һиҙелмәй ҙә ҡалды! Ниһайәт, иғлан ителгән видеоконкурсҡа йомғаҡ яһарға ваҡыт та етте...

Ҡышҡы каникулдар гөрләп үтте лә китте, һиҙелмәй ҙә ҡалды! “Аманат”тың дуҫтары ялды бик шәп үткәргән икән! Саңғыла, сана, әй, тюбингта ла шыуғандар, боҙ ҡаласыҡтарында ла булғандар, ата-әсәйҙәренә ярҙам итеп тә өлгөргәндәр... Үҙҙәренең ни эшләгәндәрен улар видеоға төшөрөп, монтажлап, “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙгә "Эх, күңелле каникул!" видеоконкурсына ла ебәрҙеләр. Видеолар бик сағыу һәм йөкмәткеле килеп сыҡҡан! Бик оҙаҡ уйлашҡандан һуң, бер нисә еңеүсене билдәләргә булдыҡ. Бына улар:
Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан Арыҫлан Ҡотлобаев
Баймаҡ районы Муллаҡай ауылынан Алтынай менән Айсулпан Латиповалар
Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан Гүзәл Сәйфетдинова
Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан Регина Сәйфетдинова
Бөрйән районы Байназар ауылынан Фирүзә Салауатова
Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡыусыһы Азамат Ҡарағолов
Туймазы районы Серафимовка ауылынан Никита Бичурин
Ҡыйғы районының Абзай ауылынан Әлиә Мусина
Өфө ҡалаһынан Дилара Асаинова
Баймаҡ ҡалаһынан Батырйән Иҫәнов.
Еңеүселәргә “Аманат” журналының Рәхмәт кәлимәһе тапшырыла.
Афарин, дуҫтар! Гел шулай әүҙем булығыҙ!
Читайте нас: