+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 19:42

Өфөлә 2022 йылда волейбол буйынса донъя чемпионаты үтәсәк

Башҡортостандың баш ҡалаһында 2022 йылда волейбол буйынса донъя чемпионаты этаптарының береһе үтәсәк. Уға әҙерләнеү һәм үткәреү тураһындағы Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

2022 йылда Рәсәйҙең һигеҙ ҡалаһы волейбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итәсәк. Халыҡ-ара волейбол федерацияһы инспекция сәфәрҙәре нигеҙендә ошондай ҡарарға килде. Улар — Мәскәү, Санкт-Петербург, Калининград, Екатеринбург, Ҡаҙан, Красноярск, Новосибирск һәм Өфө. Турнир 2022 йылдың 26 авгусынан 11 сентябренә тиклем дауам итәсәк һәм дүрт этапҡа бүленә. Һайлап алыу турҙары яңы система буйынса уҙғарыласаҡ.
«Ойоштороусы ҡалаларҙа донъя кимәлендәге спорт ареналары һәм спортсылар, волейбол көйәрмәндәре өсөн уңайлы шарттар булдырған инфраструктура булыуы бик шәп. Беҙ мәңге тарихта ҡалырҙай иң яҡшы донъя чемпионаттарының береһен уҙғарырбыҙ тип ышанам», — тине Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы президенты Станислав Шевченко.
Өфөлә волейбол үҙәге төҙөләсәк.
Читайте нас: