+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар 2020, 12:01

Архангель социаль приютында балаларға ярҙам бүлеге асылды

Архангел районындағы социаль приют бүлексәһендә коррекцион-үҫтереү бүлеге эшләй башланы.

Архангел районындағы социаль приют бүлексәһендә коррекцион-үҫтереү бүлеге эшләй башланы. Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башланғысы менән ойошторолған эште район хакимиәте күтәреп алды.

- Беҙ был көндө күптән көтә инек. Уның балалар һәм үҫмерҙәрҙең үҫеше өсөн ҙур ярҙамсы буласағына икеләнмәйбеҙ, - тине район-ара “Ғаилә” үҙәге директоры Миләүшә Мырҙағәлина.

Баланың эске мөмкинлектәрен үҫтереүгә, проблемаларын асыҡлау һәм хәл итеүгә йүнәлтелгән эштәрҙе үҙ эсенә алған бүлеккә теләгән һәр ғаилә мөрәжәғәт итә ала. Социаль статустың һәм матди хәлдең бында ҡыҫылышы юҡ. Бары балаһын сәләмәт, әүҙем, ижади үҫешкән итеп күрергә теләүҙәре кәрәк. Белгестәр һәр кемгә психологик ярҙам күрһәтәсәк, логопедтар шөғөлләнәсәк, һәр бала социаль-педагогик реабилитация үтәсәк. ”Демография” милли проектында ҡаралған күп кенә йүнәлештәрҙе уңышлы хәл итеү юлдарының береһе ул был проект.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Динә Арыҫланова.

Читайте нас: