+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар 2020, 11:55

Владимир Путиндың мөрәжәғәтнамәһенән

Рәсәй Президентының Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнәмәһендә ғаилә, балаларға ҡағылышлы яңылыҡтар ҙа яңғыраны.

Рәсәй Президентының Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнәмәһендә ғаилә, балаларға ҡағылышлы яңылыҡтар ҙа яңғыраны.

1. Беренсе һәм икенсе балаға түләүҙәр
Ғинуар айынан әгәр ғаилә ағазаларының килеме бер кешегә ике йәшәү минимумынан артмаһа, тәүге һәм икенсе балаға айлыҡ пособиелар ала. Шуныһы ҡыуаныслы – пособие балаға йәш ярымға тиклем түгел, өс йәшкә тиклем түләнәсәк. Ул баланың йәшәү минимумына тиң була.
2. 3 йәштән 7 йәшкә тиклем балаларға түләү
Балаға 3 йәш тулғас, тыуғандан алып түләнә торған пособие туҡтатыла. Әммә килемдең кешеһенә бер йәшәү минимумынан артмаған ғаиләлә сабыйға 7 йәш тулғанға тиклем хөкүмәттән ай һайын аҡса алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Башта пособие йәшәү минимумының яртыһын тәшкил итәсәк, аҙаҡ тулы суммаға күсәсәк.
“Балаһын балалар баҡсаһына йөрөткән ҡатын-ҡыҙға эш менән бала ҡарауҙы бергә алып барыуы ауыр. Шуға ла 1 ғинуарҙан был түләү булдырылды”, - ти Владимир Путин.
3. Тәүге сабыйға әсәлек капиталы түләнәсәк
“Әлеге ваҡытта әсәлек капиталы программаһы 2020 йылдың аҙағына тиклем дауам итә. Ә беҙ уны 2026 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайттыҡ”, - ти Президент.
Әсәлек капиталы ғинуар индексацияһы буйынса 466 617 һум тәшкил итә.
4. Икенсе бала тыуһа әсәлек капиталы 150 меңгә артасаҡ
Владимир Путин шулай уҡ капиталды 150 меңгә арттырырға тәҡдим итте.
Был хоҡуҡҡа ғаиләлә икенсе бала тыуған осраҡта эйә була. Ике бала өсөн дөйөм сумма 616 617 һум тәшкил итә һәм йыл һайын индексация үткәреләсәк.
Әгәр ғаиләлә әлеге ваҡытта бер бала бар икән, икенсе бала тыуғас әсәлек капиталы яңы дәүмәлдә, күберәк буласаҡ.
Өсөнсө бала тыуһа, дәүләт ғаиләнең ипотека кредитының 450 мең һумын үҙе ҡаплай.
5. Башланғыс синыф уҡыусылары мәктәптә бушлай ашатыласаҡ
Ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү маҡсатынан, Владимир Путин барлыҡ башланғыс синыф уҡыусыларын бушлай төшкө аш менән тәьмин итергә тәҡдим итте.
“Бушлай, йылы, ә иң мөһиме – сәләмәт туҡланыу ҡағиҙәләренә нигеҙләнеп бешерелгән төшкө аш ойоштороу өсөн федераль, төбәк һәм урындағы муниципаль ҡаҙнанан аҡса бүленә”, - тине Президент.
Ул мәктәптәрҙә кәрәкле инфраструктура булдырырға, ашхана һәм буфеттарҙы йыһазландырырға, сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итернә кәрәклеге тураһында ла әйтеп үтте.
Техник яҡтан әҙер төбәктәрҙә бушлай ашатыу 2020 йылдың 1 сентябренән ойошторола. Ә план буйынса дөйөм Рәсәй буйынса 2023 йылға тиклем бөтөн башланғыс синыф балалары ла бушлай туҡланыу системаһына күсәсәк.


Читайте нас: