-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2020, 15:29

Дуҫтар! Иғтибар!

“Еңеү еңел бирелмәне” тип аталған конкурс иғлан итәбеҙ!

Өр-яңы конкурс иғлан итәбеҙ: “Еңеү еңел бирелмәне” тип атала ул.
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә май айында 75 йыл тула. Был иҫтәлекле дата хөрмәтенә илебеҙ Президенты Владимир Путиндың Указы менән 2020 йыл Рәсәйҙә Дан һәм хәтер йылы тип иғлан ителде.
Аяҙ күгебеҙ, яҡты киләсәгебеҙ, тыныс тормошобоҙ өсөн аяуһыҙ көрәшкән батырҙарыбыҙҙы – һуғыш һәм тыл ветерандарын – оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Беҙҙән һуң да киләсәк быуындар уларҙы белеп үҫергә тейеш. Улар беҙгә ысын батырлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө.
“Аманат” журналы редакцияһы уҡыусылар араһында Бөйөк Еңеүгә бағышланған өр-яңы конкурс иғлан итә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан фронтовик-яугирҙар, “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн” тип, һуғыш ваҡытында тылда алһыҙ-ялһыҙ эшләгән хеҙмәт ветерандары тураһындағы мәҡәлә, шиғыр, һүрәттәрегеҙҙе [email protected] электрон почтаһында ҡабул итәбеҙ.
Иң уңышлы эштәр журналда баҫылып, беҙҙең сайт һәм интернет-төркөмдәребеҙҙә донъя күреп барасаҡ.
Конкурсҡа йомғаҡ йыл аҙағында яһаласаҡ.
Еңеүселәр “Аманат”тың Маҡтау билдәләренә һәм иҫтәлекле бүләктәренә эйә буласаҡ.
Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ, ҡәҙерле балалар! Конкурс эшендә барығыҙға ла тик уңыштар юлдаш булһын! Ә хөрмәтле ветерандарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, тыныс тормош һәм беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ!
Читайте нас: