Рәсәй Президенты Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә уҡытыусыларға өҫтәмә ярҙам кәрәклеге тураһында әйтте һәм 1 сентябрҙән синыф етәкселәренә федераль бюджеттан 5-әр мең өҫтәмә түләү индереләсәге тураһында хәбәр итте. Ул шулай уҡ төбәк бюджетынан бүленгән түләүҙәрҙең һаҡланасағы тураһында ла әйтеп үтте.