+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2020, 12:08

Радий Хәбиров хоккей уйнай башлаған

Ҡурҡаҡ кеше хоккей уйнамай, тиҙәр. Ә 55 йәшендә тәүге тапҡыр хоккейсы формаһын кейгән Радий Хәбиров тураһында һеҙ ни әйтерһегеҙ?

Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә кисә: “Вәғәҙә – иман, тиҙәр. Бер йыл элек мин беҙҙең “Салауат Юлаев” командаһы егеттәренә, әгәр улар конференция финалына сыҡһа, мин дә хоккей уйнай башлайым, тип вәғәҙәләгәйнем. Улар үҙҙәренең һүҙендә торҙо. Бына мин дә бөгөн ғүмеремдә беренсе тапҡыр хоккейсы кейемен, коньки кейеп, боҙға сыҡтым. Ауыр, әммә мин – ныҡыш кеше, өйрәнермен”, - тип яҙҙы.
Әйткәндәй, хоккейҙың “Х” хәрефе лә булмаҫ элек, йәғни бик борон уҡ башҡорттарҙа сәкән уйыны булған. Башҡорт малайҙары ағас ботағынан эшләнгән сәкән таяғы менән сәкән һуҡҡан. Әле лә ауылдарҙа малайҙар хоккей уйнайҙар, әммә уны асылда сәкән уйнайҙар тип атап була. Шуға ла башҡорттарға хоккей уйыны яҡын, ҡыҙыҡлы. Тик заманса, юғары кимәлдәге хоккей уйынсыһы булыу өсөн бик күп аҡса, көнө-төнө шөғөлләнеү мөмкинлеге кәрәк. Күберәк ауылда йәшәгәнгә лә башҡорттар араһынан күренекле хоккейсылар аҙ булыуы аңлашыла.
Элек тә башҡорт милләтле уйынсылар булғылай торғайны, хәҙер күбәйә башланы. Улар тураһында һеҙ журналыбыҙҙың киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: