+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 15:19

Бөрйәндә "Урал батыр уты" ҡабынды

Ошо көндәрҙә Бөрйән районында бығаса булмаған ҙур мәҙәни сара – “Урал батыр уты” фестивале – башланғыс алды.

Бөрйәндә "Урал батыр уты" ҡабынды
Ошо көндәрҙә Бөрйән районында бығаса булмаған ҙур мәҙәни сара – “Урал батыр уты” фестивале – башланғыс алды.
Марафон йыл буйы дауам итәсәк. Ул бөтөн республика һәм башҡорттар күп йәшәгән Рәсәй субъекттарында үтәсәк. Мәҙәниәт усаҡтарында ижад коллективтары ҡатнашлығында байрам программалары ойоштороласаҡ. Сараның төп идеяһы – башҡорт халҡының мәҙәни һәм тарихи мираҫын һаҡлау, патриотизм, Тыуған илгә һөйөү.
Тантаналы сарала Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова марафонда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Мәҙәниәт йорто ижад коллективтарын, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы, Учалы һәм Сибай филармониялары, Zainetdin, "Арғымаҡ", "Дәрүишхан", "Тархан", "Бүреләр" төркөмдәрен тамашасы алҡышлап ҡаршы алды.
Читайте нас: