+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 11:11

Баш табип 26 литр ҡан биргән

Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева, донор булараҡ, 2004 йылдан алып 55 тапҡыр ҡан биргән.

Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева, донор булараҡ, 2004 йылдан алып 55 тапҡыр ҡан биргән. Әйтеүе генә анһат, бөтәһе – 26 литр.

Етәксенең донор ғына түгел, ә корпоратив донорлыҡты ойоштороусы икәне лә билдәле. Үҙәктәге 80 хеҙмәткәрҙең барыһы ла - донор.

Республика Башлығы “Сәләмәтлек сәғәте”ндә кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаеваға “Рәсәйҙең почетлы доноры” тигән билдә тапшырҙы. Кәңәшмәлә Радий Хәбиров бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәрен дәүләт наградаларына тәҡдим итергә ҡушты. Ҡайһы берҙәре менән беҙ танышбыҙ ҙа инде. Мәҫәлән, Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән шәфҡәт туташы Ирина Тюсенкова, Яңы йыл байрамында бысаҡ менән сәнселгән ауырлы ҡатындың һәм сабыйҙың ғүмерен һаҡлап ҡалған 3-сө бала табыу йортоноң хирург, реаниматолог, акушер-гинекологтарҙан торған бригадаһы хаҡында хәбәрҙарбыҙ.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, алтын ҡуллы, үҙ зшенең оҫтаһы, пациенттарға асыҡ йөҙлө медицина хеҙмәткәрҙәренең баһаһын күтәреү, башҡаларға өлгө итеү, уларҙың тәжрибәһен таратыу буйынса ла алда ҙур эштәр тора.

Фото: Ufa.bezformata.com

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: