+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 14:01

Ура! Тиҙҙән күпселек мәктәптәрҙә көрәш секцияһы буласаҡ!

Мәктәптәрҙә көрәш секциялары булдырыу буйынса Башҡортостан алдынғы рәттәрҙә бара. Бының турала “Мәғариф сәғәте”ндә Рәсәйҙең Көрәш спорты федерацияһы әйҙәүсе белгесе Василий Цандыков хәбәр итте.

Мәктәптәрҙә көрәш секциялары булдырыу буйынса Башҡортостан алдынғы рәттәрҙә бара. Бының турала “Мәғариф сәғәте”ндә Рәсәйҙең Көрәш спорты федерацияһы әйҙәүсе белгесе Василий Цандыков хәбәр итте.
Быйыл республиканың 16 мәктәбендә көрәш менән балалар шөғөлләнә башланы, тағы ла 46 белем усағында яҡын киләсәктә көрәш секцияһы асыла.
Был спорт төрө әллә ни күп сығымдар талап итмәй, теләгән һәр кем шөғөлләнә ала. Характерҙы нығытыуға, ихтияр көсөн сыныҡтырыуға булышлыҡ итә, ҡурҡмаҫҡа, ауырлыҡтарҙы тыныс үткәрә белергә, тәүәккәл булырға өйрәтә.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйылдан башлап “Ауыл тренеры” республика программаһын раҫланы. Иң әүҙем, һөҙөмтәләргә ирешкән 100 тренерға 600 меңәр һум аҡса түләнәсәк.
Читайте нас: