+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 11:06

Владимир Путин Япония вәкилен ҡабул итте

Японияның Милли хәүефһеҙлек советының генераль секретары Сигэру Китамуру килеп төштө.

Рәсәй Президенты Хат менән сығыш яһағандан һуң башланған үҙгәрештәр, ҡыҙыу сәйәси эштәр, яңы Хөкүмәт рәйесен тәғәйенләү - береһе лә сит дәүләттәрҙең етәкселеге йә ҙур вазифалы шәхестәре менән бәйләнештә булыуға ҡамасауламай. Владимир Путин бер туҡтауһыҙ кем менәндер һөйләшә, шылтыратыша, осраша. Кисә Ново-Огареволағы резиденцияға Японияның Милли хәүефһеҙлек советының генераль секретары Сигэру Китамуру килеп төштө. Маҡсаты ниҙә булды икән? Әйтеүҙәренсә, ике ил араһында мөнәсәбәттәр ыңғай ғына үҫешә шикелле. Владимир Путин быға шат булыуын белдерҙе, Премьер-министр Синдзо Абэға сәләм күндерергә ҡушты. Китамура ла Абэ әфәнденең сәләмен еткерҙе. Япония менән Рәсәй Көнсығыш Азияла хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса ҙур яуаплылыҡҡа эйә етди дәүләттәр икәнен иҫкә төшөрҙө. Әйткәндәй, Япония вәкиле беҙҙең Хәүефһеҙлек советы секретары Николай Патрушев менән осрашып, мөһим мәсьәләләр буйынса асыҡтан-асыҡ фекер алышыуҙарын да һөйләне. Фото: Кремлин.ру Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: