-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 11:15

Ял көндәре Өфөлә һауа шарҙары осто

Баш ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтары ял көнө мөғжиҙәле сара күҙәтте.

Баш ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтары ял көнө мөғжиҙәле сара күҙәтте.
18-26 ғинуар Башҡортостанда "Самрау" II Халыҡ-ара һауала йөҙөү фестивале үҙғарыла. Фестивалдең асыу тантанаһы 18 ғинуар халҡыбыҙҙың иҙге Торатау янында үтте, ә 19 ғинуар 14 аэростат Өфөнө лә урап сыҡтылар. Улар Салауат Юлаев проспекты Һупайлы, Инорс аша үтеп Шаҡшы биҫтәһенә барып төштөләр.
Фестивалдә 20 пилот ҡатнаша. Өфөнөң «Полёт» авиация клубынан тыш Ереван, Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Төмән, Омск, Бөйөк Новгород, Великие Луки, Көнгөр, Караганда, Переславль-Залесск, Йошкар-Ола, Улан-Удэ аэронавтары үҙҙәренең оҫталығын күрһәтә.
Әйтергә кәрәк, бындай ҡышҡы һауайөҙөү саралары тик Өфө һәм Түбәнге Новгородта ғына үткәрелә икән.
“Башинформ” фотоһы
фото: vk.com социаль селтәренән
Читайте нас: