-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 12:09

“Йырсы ауыл” конкурсында ҡатнаштығыҙмы әле?

Башҡортостан ауылдары араһында “Йырсы ауыл” республика вокал ижады конкурсының беренсе этабы дауам итә.

Башҡортостан ауылдары араһында “Йырсы ауыл” республика вокал ижады конкурсының беренсе этабы дауам итә.
2019 йылдфң октябрендә республикала өр-яңы проект – “Йырсы ауыл” вокал ижады конкурсы башланғайны. Уны асыу “Ауаз” башҡорт милли мәҙәниәте һәм заманса сәнғәтенең күп жанрлы фестивале сиктәрендә уҙҙы.
Ижади бәйгелә төрлө жанрҙа йырлаған яңғыҙ башҡарыусылар, коллективтар көс һынаша. Йәш сикләүҙәре юҡ.
Әлеге ваҡытта райондарҙа конкурстың беренсе этабы дауам итә. Баймаҡ, Благовещен, Ғафури, Дәүләкән, Ейәнсура, Күгәрсен, Кушнаренко, Мишкә, Миәкә, Салауат, Тәтешле райондары мәҙәниәт йорттарында башҡарыусыларҙың сығыштарын тыңлауҙар үткән.
18 февралдә конкурстың икенсе этабы башлана. Сара 2020 йылдың октябрендә гала-концерт менән тамамлана.
Читайте нас: