Баймаҡ районы – башҡорт тоҡомло аттың генофондын һаҡлаусы төбәк. Райондың бөтә төр хужалыҡтарында 15 меңдән ашыу йылҡы аҫрала. Ошо көндәрҙә районда йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән фермерҙар ҡатнашлығында башҡорт тоҡомло аттарҙың киләсәге һәм уларҙы һаҡлау, аттарға бәйле проблемалар хаҡында түңәрәк өҫтәл ултырышы үтте. Һуңғы йылдарҙа төбәктә йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә. Башҡорт тоҡомло аттар үҙҙәренең сыҙамлылығы, юғары сифатлы ите һәм ҡымыҙы менән айырылып тора. Әммә ат һаны ишәйгән һайын проблемалар ҙа арта бара. Күп хужалыҡтарҙа йылҡыны теркәмәү, ситтән сифаты булмаған мал һатып алыу ҙур борсолоу тыуҙыра. Кәңәшмәлә йылҡы малын тамғалау, көтөүлектәр, яҙ-йәй айҙарында халыҡтың бесәнлектәренә малды индермәү, улар менән бәйле юл-транспорт ваҡиғаларын булдырмау проблемалары ла күтәрелде. Ошо арала төбәктә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ҡатнашлығында йылҡысылыҡ тармағы менән шөғөлләнеүселәрҙең конференцияһын ойоштороу күҙаллана. Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов белдереүенсә, фермерҙар менән берлектә ойошторолған фекер алышыуҙа башҡор аты тоҡомоноң сафлығын һаҡлап ҡалыу, уны башҡа тоҡомдар менән бутамау өсөн махсус комиссия булдырыу, ошо йүнәлештә йәмәғәт ойошмаһын төҙөү кеүек ҡарарҙар ҡабул ителгән. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы “Иҡтисади үҫеш” милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты биш проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.