-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2020, 14:31

Башҡортостанда беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙ район хаҡимиәте башлығы булды

Ҡыйғы районы хаҡимиәтенең яңы башлығы – район депутаттары бөгөн Зөһрә Гордиенко өсөн тауыш бирҙеләр.

Республиканың яңы тарихында муниципалитет башлығы итеп беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙы һайланылар. Уның кандидатураһын урындағы депутаттарға республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте.
Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы сығышы менән Учалынан. Һуңғы 8 йыл Учалы районы башлығы урынбаҫары булып хеҙмәт итте. Ғүмере буйы социаль өлкәһендә эшләй. Радий Фәрит улы Зөһрә Гордиенконың профессионал сифаттарын билдәләне.
Дүрт йыл буйы Ҡыйғы районын етәкләғән Шамил Мөхәметдинов Салауат Юлаев орденына лайыҡлы булды. Киләсәктә ул Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа эшен дауам итәсәк.
"Башинформ" мәғлүмәти агентлығының фотоһы
Читайте нас: