-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2020, 11:13

Милли проектҡа ярашлы, өлкәндәр әүҙем тормош башлаясаҡ

"Демография" милли проектының төп бурыстарының береһе - сәләмәт тормош менән йәшәүҙе 67 йәшкә еткереү.

"Демография" милли проектының төп бурыстарының береһе - сәләмәт тормош менән йәшәүҙе 67 йәшкә еткереү. Йәғни, өлкәндәр ошо йәшкә тиклем ауырымай-һыҙланмай әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара аласаҡ. БР вице-премьеры - республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова "Социальная защита в России" журналына интервью биргәндә "Демография" һәм "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проекттарын ғәмәлгә ашырыу буйынса алып барылған эштәр хаҡында һөйләне. Уларға ярашлы, Башҡортостанда биш төбәк проектының паспорты әҙерләнгән. "БР-ҙа бала тыуған ғаиләләргә финанс ярҙамы күрһәтеү" проекты буйынса тәүге һәм өсөнсө бала тыуғанда айлыҡ түләү ҡаралған. Вице-премьер артабан ошо посбиены алыусы ғаиләләр һанының артыуына өмөт итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге балаға өс йәшкәсә түләнә. Аҡса суммаһы уртаса 9-10 мең һум. "Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ итеү - өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреүгә шарттар тыуҙырыу" төбәк проектына ярашлы, быйыл 24 балалар баҡсаһы төҙөү күҙаллана. 2024 йылға тиклем ете меңдән ашыу йәш әсә (өс йәшкә тиклемге балаһы менән декретта булған) ҡабаттан һөнәр алыуға уҡытыласаҡ. "Өлкән быуын" проекты буйынса сәләмәт тормош алыу барыу йәшен 67-гә еткереүгә бәйле лә ҙур маҡсаттар ҡуйылған. Мәҫәлән, 2000 самаһы оло кеше "Мин яратам һине, тормош!" фестивалендә ҡатнашһа, 800 самаһы социаль туризм буйынса сәйәхәткә сығасаҡ.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в