Салауат ҡалаһы халҡы бик ғәжәп күренешкә тап була: ҡала эсендә, балалар баҡсаһы янында ике ҡоралай йөрөп ятһын әле. Хайуанҡайҙарҙың берәүһен тотоп, урманға ебәргәндәр. Ә икенсеһе, кешеләрҙән өркөп, ҡалаға сабып сығып китә һәм эргәләге сиркәү ҡоймаһына барып ҡыҫыла. Яраланған кейекте ҡойманан ысҡындырыуҙа балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, үткенселәр, хатта балалар ҙа ҡатнаша. Ҡоралай, ҡапҡа аша сығам тип, яраланған була, шуға уны ветеринарға алып барырға мәжбүр булалар. Ветеринар уның яраһын теккәс кенә уны иреккә сығарғандар.
Супергерой, ҡотҡарыусы булыу өсөн күп тә кәрәкмәй. Ни бары кешелекле, ярҙамсыл булырға кәрәк. Урман кейегенең нисек итеп ҡалаға килеп инеүе билдәһеҙ.