+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2020, 14:06

“Өслө”, “дүртле” алғансы, “зачет” алыу отошлораҡ түгелме?

Яҡын киләсәктә уҡыусыларға физкультура, музыка, һынлы сәнғәт дәрестәренән аттестатҡа “дүртле”, йәки “бишле” билдәләре түгел, ә “зачет” ҡына ҡуйыласаҡ.

Яҡын киләсәктә уҡыусыларға физкультура, музыка, һынлы сәнғәт дәрестәренән аттестатҡа “дүртле”, йәки “бишле” билдәләре түгел, ә “зачет” ҡына ҡуйыласаҡ.
Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, дөйөм һәм урта белем биреү буйынса өлгөргәнлек аттестатында, йәғни уҡыусының белемен баһалау критерийҙарына үҙгәрештәр индерелә.
Музыка, физкультура һәм һынлы сәнғәт буйынса уҡыусыларҙың аттестатында “зачет” ҡуйыласаҡ, - ти мәғариф министры Ольга Васильева. - Үҫмер балаға ижадҡа ынтылыу, һәр ваҡыт тиерлек хәрәкәттә булыу хас. Кемдер һүрәтте яҡшы төшөрә, кемдер шәп итеп йүгерә һәм, ошонан сығып, уҡытыусылар балаларҙы бер ҡалыпҡа һалырға тейеш түгел. Бәлки баланың тыумыштан музыкаға һәләте юҡтыр, бының өсөн аттестатҡа “өслө” ҡуйыу дөрөҫ түгел.
Ольга Васильева бының турала үткән йылда уҡ сығыш яһағайны. Ул уҡытыусыларҙы балаларға баһаны һәләте булғаны-булмағаны өсөн түгел, ә тырышлығы өсөн ҡуйырға саҡырҙы.
Әммә был предметтарҙан ғәҙәттәгесә билдә йәки “зачет” ҡуйыу-ҡуймауҙы мәктәп үҙе хәл итә.
Читайте нас: