-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2020, 11:10

Владимир Путин Конституцияға төҙәтмәләр тәҡдим итте

Рәсәй Президенты Конституцияға төҙәтмәләр тураһындағы закон проектын Дәүләт Думаһына ҡарауға тәҡдим итте. Документ Дәүләт Думаһының электрон мәғлүмәттәр базаһында донъя күрҙе.

Рәсәй Президенты Конституцияға төҙәтмәләр тураһындағы закон проектын Дәүләт Думаһына ҡарауға тәҡдим итте. Документ Дәүләт Думаһының электрон мәғлүмәттәр базаһында донъя күрҙе. Закон проектында Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән төҙәтмәләр сағылыш таба. Атап әйткәндә, илдең Төп Законындағы 75-се статьяны Рәсәй буйынса йәшәү минимумы дәүмәленән түбән булмаған хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен һәм социаль түләүҙәрҙе индексациялауҙы гарантиялау тураһындағы положение менән тулыландырырға тәҡдим ителә, шулай уҡ ил Президентына, чиновниктарға, парламентарийҙарға талаптар билдәләнә. Төп төҙәтмәләрҙең береһе Дәүләт Советы статусына ҡағыла. Владимир Путин Президенттың Дәүләт Советын төҙөү хоҡуғын Конституцияла нығытырға тәҡдим итә, Хөкүмәтте тәғәйенләү процедураһын аныҡлай. Президент ҡайһы бер министрҙарҙы Федерация Советы менән кәңәшләшеп кенә тәғәйенләй аласаҡ. Владимир Путин 79-сы статьяны халыҡ-ара акттарҙың Конституциянан өҫтөн булыуынан баш тартыуға ҡағылған положение менән тулыландырырға тәҡдим итә. Был Конституция йыйылышын саҡырыу зарурлығын юҡҡа сығарасаҡ. Конституцияға ҡаршы килгән осраҡта халыҡ-ара органдарҙың ҡарарын үтәмәү рөхсәт ителәсәк. Владимир Путин шулай уҡ Конституция судындағы судьялар һанын 19-ҙан 11-гә ҡалдырыуҙы хупланы. Дәүләт Думаһы Конституцияға төҙәтмәләрҙе беренсе уҡыуҙа - кесе йома ҡарай.
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: