-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2020, 14:50

Өфөлә ҡыҙ бала апаһына бысаҡ менән сәнскән

Кисә Өфөнөң 24-се мәктәбендә 6-сы синыфта уҡыусы ҡыҙ бысаҡ менән икенсе ҡыҙға сәнскән. Йәрәхәт алғаны уның ике туған апаһы булып сыҡҡан.

Кисә Өфөнөң 24-се мәктәбендә 6-сы синыфта уҡыусы ҡыҙ бысаҡ менән икенсе ҡыҙға сәнскән. Йәрәхәт алғаны уның ике туған апаһы булып сыҡҡан.
Ғәҙәттән тыш хәл дүртенсе дәрестән һуң, тәнәфес ваҡытында коридорҙа була. 12 йәшлек ҡыҙ бала үҙенең ике туған апаһын эргәһенә саҡырып ала ла “Күҙеңде йом”, -ти. Ҡыҙ күҙен йомоуы була, һеңлеһе уға ике тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Был ҡанлы драманың сәбәптәре, нисек итеп белем усағына баланың бысаҡ алып инеүе билдәле түгел. 12 йәшлек ҡыҙ бала киҫелгән яра менән дауаханаға оҙатылған. Бысаҡ уның эсенә тейгән, әммә ғүмеренә әлеге ваҡытта бер ни ҙә янамай, ти табиптар.
Мәктәп уҡытыусылары әйтеүенсә, ҡыҙҙар быға тиклем тәртип боҙмаған, бер ниндәй ҙә енәйәт ҡылмаған, ғаилә ағзалары ла учетта түгел. Әммә синыфташтары ҡыҙҙарҙың ни өсөндөр сирек башынан уҡ киҫкен үҙ-ара мөнәсәбәттә булыуҙары, аралашмауҙарытураһында әйткән.
Читайте нас: