+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2020, 17:34

Федерация советы уҡытыусыларҙың эш хаҡын түләүҙе үҙгәртергә саҡыра

Уҡытыусыларҙың эш хаҡын урындағы хөкүмәт үҙе билдәләй. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер өлкәләрҙә педагогтарҙың оклады минималь эш хаҡынан ике тапҡырға түбән. Федерация советы был проблеманан сығыу юлын тәҡдим итте.

Рәсәй – ҙур ил. Төбәктәрҙә уҡытыусыларҙың эш хаҡы дәүмәлен урындағы хөкүмәт үҙе билдәләй. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер өлкәләрҙә педагогтарҙың оклады минималь эш хаҡынан ике тапҡырға түбән.
Рәсәйҙең Федерация советы хөкүмәткә уҡытыусыларҙың эш хаҡын түләү буйынса берҙәм система булдырырға тәҡдим итте. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм әҙәбиәт буйынса комитеты башлығы Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, илдә уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 40 мең һум самаһы. Шул уҡ ваҡытта төбәктәрҙә ул ныҡ айырыла. Мәҫәлән, күпселек төбәктәрҙә 22 мең тәшкил итһә, Чукоткала уҡытыусылар яҡынса 100 мең һум ала.
Закон сығарыусылар уҡытыусыларҙың эш хаҡын квалификацияларына, сәғәттәренә, уҡытыу программаһына ҡарап, дәртләндереү (стимуллаштырыу) түләүҙәрен һаҡлап ҡалдырып, түләргә тәҡдим итә.
Лилиә Ғүмәрова Рәсәй Президентының һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы буйынса берҙәм талаптар тураһында бойороғо тураһында ла әйтеп үтте. “Был ысулды уҡытыусыларға эш хаҡын түләүҙә лә ҡулланырға кәрәк. Һүҙ тариф сеткаһына кире ҡайтыу тураһында бармай”, - тине ул.
Читайте нас: