+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2020, 19:42

Талиптар өсөн беренсе тапҡыр уҙғарылған форумға регистрация бара

Башҡортостан хөкүмәте сит өлкәләрҙә, ҡалаларҙа уҡыусы талиптарҙы #ӨЙҘӘ форумына саҡыра.

5 февралдә Өфөлә беренсе тапҡыр республиканан ситтә уҡыусы талиптар өсөн #ӨЙҘӘ форумы үткәрелә
Башҡортостандан ситтә белем алыусы талиптар менән бәйлнәшеш булдырыу, уларға республикалағы эш урындары тураһында мәғлүмәт еткереү, уҡып сыҡҡан йәш белгестәргә ярҙам күрһәтеү маҡсаты менән эшләй был форум.
Форумда ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы интерактив программа көтә.
“Торатау” Конгресс-холлында төбәктең башҡарма власы, эре предприятиеларҙың, ойошмаларҙың етәкселәре, юғары уҡыу йорттары һәм республиканың бизнес-структураһы вәкилдәре талиптарға социаль проекттар, Башҡортостандың перспективаһы, вакансиялар тураһында һөйләйәсәк.
Форумда талиптар республика етәкселеге менән иркен рәүештә аралаша аласаҡ.
Форумда ҡатнашыу өсөн https://nash.bashkortostan.ru/ һылтанмаһы аша регистрация үтергә кәрәк.
Читайте нас: