Гөлназ Шафиҡова Башҡортостандың Мәғариф министрлығына 2015 - 2018 йылдарҙа етәкселек итте. 2018 йылдың декабрендә Мәғарифты үҫтереү институты директоры булып китте. Тик коллектив менән уртаҡ тел таба алманы. Директор бурыстарын ваҡытлыса башҡарыу институт проректоры Альберт Ташбулатовҡа йөкмәтелгән.