Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2020, 16:34

Ҡытайға юл ябыла

Был хәл илдә таралған коронавирусҡа бәйле. Үлемесле сирҙән 57 кешенең вафат булыуы теркәлгән.

Рәсәй туристарының яратып йөрөгән Ҡытайҙың Хайнань утрауына һәм уның янындағы Санья ҡалаһы курортына пассажирҙарҙы ташыған авиакомпаниялар ваҡытлыса үҙ рейстарын туҡтата. Был хәл илдә таралған коронавирусҡа бәйле. Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, әле үлемесле сирҙән 57 кешенең вафат булыуы теркәлгән, ике меңдән ашыуына ошондай диагноз ҡуйылған.
Ҡытай утрауы хакимиәте илдәге эпидемиологик хәлде яҡшыртҡансы туристар өсөн экскурсиялар үткәреүҙе тыйҙы. Шулай уҡ Рәсәй туризм агентлығы етәкселеге туроператорҙарға был илгә тур һатыуҙы туҡтатырға тәҡдим итте. Яҡын арала Ҡытайҙа ял иткән Рәсәй туристарына ялдарын ваҡытынан алда өҙөргә тура киләсәк: уларҙы утрауҙан сығарыу ҡаралған.
Хайнань утрауында бөгөн меңгә яҡын Рәсәй кешеһенең ял итеүе асыҡланған. Был хәлдәрҙең барыһы ла беҙҙең ил граждандарының хәүефһеҙлеге өсөн эшләнә. Шулай уҡ Азия илдәренән ҡайтҡан һәр турист урындағы аэропорттарҙа ентекле күҙәтеү үтә, пассажирҙарҙың үҙҙәрен нисек тойоуы хаҡында һорашыла, тән температураһы үлсәнә. Илдә бөтәһе меңдән ашыу кеше тикшерелгән, Рәсәйҙә коронавирус сире йоҡтарған осраҡ теркәлмәгән.
Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай ҙа. Шуға күрә нисек кенә экзотик һәм йылы Ҡытай иле үҙенә ҡыҙыҡһындырмаһын, әлегә унда барыу ваҡытлыса сикләнә.
Фото: clubabsolute.com
Автор: Карима Усманова
Читайте нас в