+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2020, 13:09

Айыу уянған һәм ауылға килгән...

Бөгөн ғинуар уртаһына хас булмаған күренеш теркәлде. Иглин районының Еләкле ауылы буйлап айыу йөрөгән.

Бөгөн ғинуар уртаһына хас булмаған күренеш теркәлде. Иглин районының Еләкле ауылы буйлап айыу йөрөгән. Был, әлбиттә, урындағы халыҡты борсоуға һәм ҡурҡыуға һала.
"Тиҙ арала балаларға һәм ата-әсәләргә әйтегеҙ: ауыл буйлап ҡоторған айыу йүгереп йөрөй. Һаҡ булығыҙ", – тип урындағы социаль селтәр төркөмдәрендә яҙҙып сыҡтылар.
Шаһиттар тайыштабанды ауылдың Күл һәм Некрасов урамдарында күргән. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, айыу ысынлап та, йөрөгән.
“Иглин районының ветеринария станцияһы республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына мөрәжәғәт иткән. Айыуҙы тотоу һәм уның ҡоторғанмы-юҡмы икәнлеген асыҡлау өсөн уларҙан ярҙам кәрәк. Тикшереү үткәргәс кенә аныҡ әйтеп буласаҡ. Әле урында ветеринария станцияһы һәм министрлыҡтың дәүләт инспекторҙары эшләй”, – тинеләр райондан.
Был ваҡытта етенсе төшөн күреп ятырға тейеш йәнлектең уянып сығыуы үтә йылы ҡышҡа бәйлеләр, моғайын.
Фото: Олег Яровиков. Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: